10:54 (UTC+5), 26 Февраля 2019

Башҡортостандың 100 йыллығына быйыл 53 «юбилей» объекты төҙөлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан 53 объектты файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 6,8 миллиард һум бүленде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
«Юбилей» объекттары араһында — 19 мәктәп, 14 балалар баҡсаһы, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау объекттары, ике янғын депоһы һәм 12 спорт комплексы, шул иҫәптән Өфөнөң Затон биҫтәһендә Спорт әҙерлеге үҙәге. Һуңғыһында быйыл уҡ Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары уҙа.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың 100 йыллығына республикала бөтәһе 100-ҙән ашыу яңы инфраструктура объектын һалыу күҙаллана. Уларҙы «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» республика программаһы сиктәрендә төҙөйҙәр.
«Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» проекты төҙөлөштәренең барыһы ла социаль әһәмиәткә эйә. Объекттарҙы 2019 йылда республиканың 100 йыллығына тамамлау күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика