06:53 (UTC+5), 26 Февраль 2019

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Башавтотранс»ты үҫтереү концепцияһын әҙерләйҙәр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Башавтотранс»ты үҫтереү концепцияһын әҙерләү бурысы ҡуйылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров кисә «Транспорт сәғәте»ндә ошондай йөкләмә бирҙе. Концепцияла автобустарҙың техник торошон камиллаштырыуға, автовокзалдар селтәрен үҫтереүгә, шулай уҡ юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү һәм йәлеп итеү өсөн мотивация системаһына ҙур иғтибар бүленергә тейеш.
«Транспорт сәғәте»ндә шулай уҡ «Башавтотранс»тың уҡыусыларҙы мәктәп автобустары менән транспорт хеҙмәтләндереүе буйынса Иглин һәм Учалы райондарында тормошҡа ашырыла башлаған пилот проекты тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Башавтотранс» стратегик предприятие итеп ҡарала һәм уның дәүләт унитар предприятие булараҡ ойоштороу-хоҡуҡи формаһы һаҡлана, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башавтотранс»тың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Надир Самиев Өфөлә даими ташыуҙарҙы системаға һалыу буйынса юл картаһын үтәү, күсмә составты һәм күсемһеҙ милекте инвентаризациялау, маршрут селтәрен оптималләштереү, юл хаҡы өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙе индереү, кадрҙар йәлеп итеү, халыҡ менән үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ предприятиены үҫтереү һәм автобустар паркын яңыртыу пландары хаҡында һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика