17:32 (UTC+5), 25 Февраль 2019

Баймаҡ районында «ҡара ҡаҙыусылар» менән мәсьәләне хәл иттеләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың Баймаҡ районында дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу буйынса тәртип урынлаштырыла, хәҙер «ҡара ҡаҙыусылар» менән хәл контролдә тотола. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ошо турала белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уҙған йылдың октябрендә Урал аръяғына сәфәренән һуң төбәктә тәбиғи ташты эшкәртеүҙе туҡтатырға ҡушты.
Ул Баймаҡ районының Темәс ауылы янындағы карьерҙы ҡараны һәм Урал аръяғындағы барлыҡ райондарҙа тиерлек ошо ташты законһыҙ эшкәртеүҙең бик күп факттарын ысын һәләкәт тип атаны.
«Карьер эштәре башланғансы тәртип урынлаштырырбыҙ», — тип вәғәҙәләне Баймаҡ районы хакимиәте башлығы.
Уның һүҙҙәренсә, әле был районда дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу кластеры булдырыла. Тәбиғи ташты законға ярашлы сығарыуҙан тыш, кластерҙа ҡатнашыусылар «ҡара ҡаҙыусылар» менән көрәшергә, «эшкәртелгән карьерҙар мәсьәләләрен хәл итергә», атап әйткәндә, уларҙы рекультивациялау менән шөғөлләнергә ниәтләй.
Инспекторҙарҙың бөтә күсмә төркөмдәре видео һәм фототеркәү саралары менән йыһазландырыла.
Бынан тыш, Темәс ауылы янындағы юлда тиҙҙән ике йүнәлештә транспорт ағымын теркәгән видеокамералар ҡуйыла.
Биләмәлә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙы контролдә тотоу өсөн бөтә ерҙән үтә алған техника кәрәк. Районға ошондай техника һатып алыуҙа республиканан ярҙам талап ителә, тине Фәнис Әминев.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика