09:00 (UTC+5), 22 Февраль 2019

Башҡортостанда технопарктар үҫеше өсөн яуаплы тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте» осрашыуында республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Фәрит Ғилмановҡа технопарктар һәм индустриаль парктар үҫешен күҙәтеп барырға ҡушты.
«Беҙҙә бер мәсьәлә — технопарктар һәм индустриаль парктар үҫеше менән генә шөғөлләнгән кеше булырға тейеш. Эшселәр килһен һәм коммуникациялар тоташтырыуҙы көтмәйенсә шунда уҡ эш башлаһын өсөн майҙансыҡтар булдырыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Был — бик яуаплы эш, ул, асылда, иҡтисадыбыҙ үҫешен билдәләйәсәк», — тине Радий Хәбиров.
Индустриаль парктар ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан индустриаль парктар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынды биләй. Рәсәй буйынса уртаса алғанда, индустриаль парк инфраструктураһына һалынған бер һумға 9,4 һум инвестиция йәлеп ителә, 90 самаһы эш урыны булдырыла.
Әлеге ваҡытта республикала ике индустриаль парк — «Өфө» һәм «Промцентр» эшләй, был парктарҙың идарасы компаниялары үҙҙәренең федераль талаптарға тап килеүен раҫланы һәм Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының индустриаль парктар реестрына индерелде.
Республикала бөтәһе алты индустриаль парк рәсми теркәлгән. Тағы алтауһы — әҙерлек стадияһында.
Стәрлетамаҡта, Салауатта индустриаль парктар һәм Өфө районының Жуков ауылында агропарк булдырыу тәү сиратта потенциаль инвесторҙарҙың ошо майҙансыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуына, һәйбәт транспорт логистикаһына, ҙур ҡалаларҙың яҡынлығына (кадрҙар ҡеүәте) һәм инженер инфраструктураһы булыуына бәйле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика