17:01 (UTC+5), 21 Февраля 2019

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ ҡала» һәм «Аҡыллы ҡала» программалары менән «Ростелеком» шөғөлләнә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Ростелеком» йәмғиәте президенты Михаил Осеевский менән һанлы иҡтисадты үҫтереү буйынса программаларҙы һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу барышында үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Компания бизнес һәм халыҡ өсөн генә түгел, дәүләт өсөн дә комплекслы продукттар тәҡдим итергә әҙер. «Ростелеком» етәксеһе Башҡортостан биләмәһендә «Хәүефһеҙ ҡала» һәм «Аҡыллы ҡала» программаларын бойомға ашырыуҙа ҡатнашырға әҙер булыуын белдерҙе, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнёрлыҡ моделдәрен файҙаланып.
Атап әйткәндә, һүҙ юл хәрәкәте менән идара итеү, юлдарҙа именлекте тәьмин итеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тотоу, ауырлыҡ контроле системаларын индереү хаҡында барҙы. Михаил Осеевский һүҙҙәренсә, компания тейешле инфраструктура булдырыу буйынса бай тәжрибәгә эйә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика