15:17 (UTC+5), 21 Февраля 2019

Башҡортостанда балалар коммерция секцияларына һәм түңәрәктәренә бушлай йөрөй ала

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда яңы уҡыу йылынан балалар өсөн түңәрәктәргә һәм секцияларға электрон сертификаттар буйынса түләү системаһын индерә башлайҙар. Был хаҡта журналистарға республика Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында министр вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин һөйләне.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, хәҙер республика балаларының төрлө, шул иҫәптән коммерция түңәрәктәренә бушлай йөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Балаға исемле электрон документты ата-әсәләр үҙҙәре тултыра. Төбәк ҡаҙнаһынан бер балаға иҫәпләнгән сумма әлегә билдәләнмәгән, тип хәбәр итә Мәғариф министрлығы. Сертификат менән төрлө өҫтәмә уҡыуҙар өсөн түләргә мөмкин. Уның бюджет йәки коммерция ойошмаһы булыуы ла мөмкин, ләкин иң мөһиме - лицензия.
Айбулат Хажин билдәләүенсә, электрон өҫтәмә белем биреү сертификацияһын индереү нисә баланың түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүен аңларға һәм республика бюджетынан ойошмаларға өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән аҡсаны контролдә тоторға мөмкинлек бирергә тейеш.
«Өҫтәмә белем биреү республикала элек тә бушлай ине, ләкин түңәрәктәргә йөрөгән уҡыусыларға объектив иҫәп алып барылманы. Мәҫәлән, бала секцияға йөрөй башлай, күпмелер ваҡыттан һуң ташлай, шул уҡ ваҡытта ойошмала балаға финанслау дауам итә», — тине Айбулат Хажин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика