09:54 (UTC+5), 20 Февраля 2019

Башҡортостанда 2018 йылдағы уртаса хеҙмәт хаҡы аталды

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2018 йылдың ғинуар-декабрендә Башҡортостанда уртаса номиналь эш хаҡы 33 017 һум тәшкил иткән. Был 2017 йылға ҡарағанда 8,7 процента күберәк, тип белдерә Башҡортостанстат.
Былтыр төбәктә иң юғары эш хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәр алған — айына уртаса 75 956 һум.
Эш хаҡы рейтингының шартлы икенсе урынында — 58 627 һум менән файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһе.
Өсөнсөлә химик матдәләр һәм химия продукттары етештереү менән мәшғүл хеҙмәткәрҙәр килә. 2018 йылда уларҙың эш хаҡы уртаса 49 134 һум тәшкил иткән.
Уҙған йылда түбәндәге өлкәләр ҙә 40 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡы «сиген» үткән: «Һөнәри, ғилми һәм техник эшмәкәрлек» — 46 991 һум; «Финанс һәм страховкалау эшмәкәрлеге» — 46 182 һум; «Компьютерҙар, электрон һәм оптик изделиелар етештереү» — 43 644 һум; «Башҡа транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү» — 43 200 һум; «Дәүләт идаралығы һәм хәрби хәүефһеҙлек тәьминәте; социаль тәьминәт — 42 842 һум; «Мәҙәниәт, спорт, ялды һәм күңел асыуҙы ойоштороу өлкәһендә эшмәкәрлек» — 40 623 һум һәм «Электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү» — 41 683 һум.
Уҙған йылда Башҡортостанда иң түбән эш хаҡын күн һәм күн әйберҙәр етештереү менән мәшғүлдәр (13 119 һум), шулай уҡ йыһаз эшләү менән мәшғүл хеҙмәткәрҙәр (13 768 һум) алған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика