09:57 (UTC+5), 19 Февраля 2019

Өфө аэропортында Duty Free магазины асыла

avia.travel.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Өфө» халыҡ-ара аэропортында был аҙнала пошлинаһыҙ сауҙа магазины асыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан таможняһында. Өфө үткәреү пункты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте раҫлаған исемлеккә ингән. Ул илдә тәүгеләрҙән булып асыла. Бер үк ваҡытта ошондай сауҙа пункттары Мәскәүҙең Шереметьево һәм Домодедово аэропорттарында ла асыла. Был ваҡиға 20-21 февралдә көтөлә.
Сауҙа пунктында 18 йәштән өлкән пассажир пошлина түләмәйенсә 3 литрға тиклем алкоголь (3 литрҙан күберәк булһа — пошлина менән, 5 литрҙан ашыуыраҡ һатып алыу тыйылған), 200 сигарет (50 сигара, 250 грамм тәмәке) һатып алырға мөмкин. Таможняла асыҡлыҡ индереүҙәренсә, магазиндың ассортименты әлегә спиртлы эсемлектәр, тәмәке изделиелары, аҙыҡ-түлек менән сикләнә.
Өфө һәм Пермь аэропорттарында пошлинаһыҙ сауҙа магазиндары «Урал Дьюти Фри» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика