08:34 (UTC+5), 15 Февраля 2019

Өфөлә йәнә трамвай селтәрен үҫтерергә йыйыналар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сочиҙа журналистар менән осрашыуҙа «Внешэкономбанк» менән берлектә планлаштырылған проекттар хаҡында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы барышында Радий Хәбировтың дәүләт үҫеш корпорацияһы рәйесе Игорь Шувалов менән һөйләшеүҙәре уҙҙы, унда корпорацияның Өфөнө яңыртыу буйынса проекттарға, атап әйткәндә, транспорт проекттарын тормошҡа ашырыуға ҡушылырға әҙерлеге тураһында белдерелде.
«Ҙур ҡалаларҙың киләсәге электр транспорты менән бәйле, – тине Радий Хәбиров, «Башинформ» журналисының һорауына яуап биреп. – Өфөлә селтәр ҙә, трамвай паркы ла алмаштырыуҙы талап итә. Әле Рәсәйҙә трамвайҙар етештергән ҙур компаниялар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ».
Радий Хәбиров шулай уҡ республикала коммуналь техника етешмәү мәсьәләһенең киҫкен тороуын, уның паркын яңыртыу кәрәклеген билдәләне. «Муниципалитеттар техникаһыҙ интекте. Беҙҙең башлыҡтар техника алһын һәм халыҡтың ҡалаларҙы йыйыштырыуға ялыуҙарына реаль эштәр менән яуап бирһен».
Бынан алда киң мәғлүмәт саралары Өфөләге трамвай паркы үҙенең ресурсын 95% ашыуға файҙаланған, вагондарҙың уртаса йәше 25 йылдан күберәк тип хәбәр иткәйне. Яҡынса 1000 берәмек иҫәпләнгән трамвай паркын яңыртыу өсөн, 2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 3 миллиард һумдан ашыуыраҡ кәрәк.
Күсмә составтан тыш, юл инфрастуктураһы ла яңыртыуға мохтаж. Трамвай юлдары 65% иҫкергән, күп кенә участкаларҙы тиҙ арала алмаштырыу талап ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика