10:32 (UTC+5), 15 Февраля 2019

Дмитрий Медведев Башҡортостанда өс яңы йылдам үҫеш биләмәһенең барлыҡҡа килеүе тураһында белдерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Нефтекамала, Благовещенда һәм Белоретта йылдам үҫеш биләмәләрен булдырыу тураһында иғлан итте. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең Фейсбуктағы сәхифәһендә ошо хаҡта яҙҙы.
«Улар — льготалы һалым шарттары, инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнесты алып барыу өсөн ябайлаштырылған административ процедуралар. Ябайыраҡ итеп әйткәндә — был ошо ҡалаларға иҡтисади яҡтан алға китеү өсөн етди мөмкинлек булып тора», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Әле республикала алты күп профилле берәмек: Нефтекама, Белорет, Учалы, Благовещен, Бәләбәй һәм Күмертау. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һуңғы икәүһенең сигендә ойошторолған. Был биләмәләрҙә 17 резидент теркәлгән. 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата улар меңдән ашыу эш урыны булдырған һәм 1,8 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп иткән.
Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре компаниялары-резиденттарына өс тапҡырға кәметелгән һалым ставкалары билдәләнгән, улар 2021 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була. Тейешле закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән.
Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса эшләгән резиденттар өсөн килемгә һалым ставкаһы 6 проценттан 2 процентҡа тиклем кәмей. «Килемдәр минус сығымдар» системаһы буйынса эшләгәндәр өсөн — 15 проценттан 5 процентҡаса. Резиденттарға килемгә, ергә, мөлкәткә һалым буйынса льготалар бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика