10:16 (UTC+5), 14 Февраля 2019

Өфө яңы күпер төҙөүгә 2 миллиард һум аласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең Транспорт министрлығы Өфөлә яңы Ағиҙел күперен төҙөүгә 2 миллиард һум аҡса бүлә. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих менән осраштым. Тиҙҙән иҫке һәм яңы Ағиҙел күпере араһында өҫтәмә төҙөй башлайбыҙ, артабан уларҙы берләштерәбеҙ. Рәсәйҙең Транспорт министрлығы беҙгә ярҙам күрһәтә», — тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров министр менән осрашыуҙа Бөрө трактына сығыу урыны менән Салауат Юлаев проспектының дауамын да тикшерҙе. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һүҙҙәренсә, был «Өфөнөң күпселек өлөшөнөң трафигын сифатлы үҙгәртә ала».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Ҡазанда Дәүләт советы ултырышында булды, ә алдағы көндәрҙә Сочи инвестиция форумында ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика