12:35 (UTC+5), 14 Февраля 2019

Дмитрий Медведев Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәрен баһаланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙа барған Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын ҡараны. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров интерактив картала төбәктең инвестиция мөмкинлектәрен, республиканың иҡтисади мөмкинлектәрен киңәйтергә тейешле ҙур проекттарын күрһәтеп һөйләне. Рәсәй премьер-министры шулай уҡ «СибайПлитПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең юнысҡы плитәләр заводын төҙөү проекты менән танышты. Инвестициялар 24 миллиард һум күләмендә планлаштырыла. Завод Баймаҡ районының Моҡас ауылы янында заманса технологиялар ҡулланып төҙөлә. Предприятиеның етештереү ҡеүәте — йылына 1 миллион кубометр ағас эшкәртеү һәм 570 мең кубометр плитә. Рәсәйҙең Тура инвестициялар фонды проекттың тағы бер инвесторы булыуы ихтимал. Меңдән ашыу кеше эш урындары менән тәьмин ителергә тейеш.
Дмитрий Медведев Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
«Һәйбәт проекттар, иҡтисади ҡеүәт менән, уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эшләгеҙ», — тип билдәләне Рәсәй хөкүмәте рәйесе Башҡортостан етәксеһе менән һөйләшеүҙә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика