08:13 (UTC+5), 13 Февраля 2019

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 27 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып ала

medcar.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ағымдағы йылда 27 мобиль медицина комплексы һатып алырға ниәтләй, тип белдерелде ведомстволағы оператив кәңәшмәлә. 2018 йылда 13 һатып алынғайны. Күсмә медицина комплекстары төпкөлдә йәшәгән халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн кәрәк.
Владимир Путин мартта Федераль Йыйылышҡа һайлау алды мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау алдына ил халҡын сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. «2018-2020 йылдарҙа 100-ҙән алып 2000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары булдырылырға тейеш. 100-ҙән аҙыраҡ кеше йәшәгән ауылдарҙа, беҙҙә ундайҙар ҙа бар, кәрәкле диагностикалау ҡорамалдары менән бөтә ерҙән йөрөй алған автомобилдәр, мобиль медицина комплекстары ойошторорға».
Хәҙер Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә — ил буйынса алғанда, ике тапҡырға күберәк. Белгестәр булмау сәбәпле, 125 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләмәй, 152-һендә шәфҡәт туташтары ғына эшләй. 72 пункт авария хәлендә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 80% ҡуртымға алынған бинала урынлашҡан.
Дәүләт һатып алыуҙары порталының асыҡ мәғлүмәттәре буйынса, бер күсмә пункттың хаҡы — яҡынса 8,5 миллион һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика