04:32 (UTC+5), 12 Февраль 2019

Өфөлә тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы 2021 йылдың декабрендә тамамлау күҙаллана

transport.bashkortostan.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бейек пассажир платформаларын, Зубов, Зинин, Нуғай һәм Шамонин ауылдарын хеҙмәтләндерергә тейешле ҡала электричкаһы поезын ебәреү өсөн Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү. Башҡортостандың баш ҡалаһында тимер юл вокзалын төҙөкләндереүҙе дауам итеү буйынса күсмә кәңәшмәлә ошо һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
«Әлеге «тәпәш» пассажир платформаларын алмаштырыу пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең заманса талаптарына тап киләсәк. Беҙ пассажирҙарға, айырыуса мөмкинлектәре сикле кешеләргә сифатлыраҡ хеҙмәттәр күрһәтергә, уларҙың уңайлылығын һәм именлеген тәьмин итергә бурыслы. Был беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө булып тора», — тине республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов.
Төҙөкләндерелергә тейешле объекттар: тимер юл вокзалының беренсе һәм икенсе ҡаттары, ер аҫты тоннеле, көтөү залдары, конкорс, перрондар, шулай уҡ вокзал яны биләмәһе ҡарап сығылды. Куйбышев тимер юлының баш инженеры Вячеслав Дмитриев билдәләүенсә, Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы 2021 йылдың декабрендә тамамлау күҙаллана.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Транспорт аҙналығы»нда «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры — «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Олег Белозёров менән осрашыуҙан һуң тимер юл ҡапҡаларын үҙгәртеүҙе тамамларға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика