06:37 (UTC+5), 12 Февраля 2019

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең 33 меңдән ашыу осрағы теркәлгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда балалар һәм өлкәндәр араһында киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары арта. Һуңғы аҙнала (4 февралдән 10-ына тиклем) 33 меңдән күберәк кешегә «киҫкен респиратор вирус инфекцияһы» диагнозы ҡуйылған, уларҙың 63% ашыуы (21,1 меңе) — балалар.
Башҡортостан буйынса Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүҙең эпидемик күтәрелеше башланыуы теркәлгән. Эпидемик сик 45,9% күтәрелгән, бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 28% артҡан.
Өфөлә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 9,9 мең осрағы теркәлгән, уларҙың яртыһынан ашыуы — балалар (5,2 мең). Өфөләр араһында ОРВИ менән сирләү эпидемик сиктән 33,6% юғары.
Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы көсәйгән миҙгел башланыуға бәйле белгестәр шәхси профилактика сараларын иҫкә төшөрә:
халыҡ күп йыйылған урындарға барыу һәм йәмәғәт транспортында йөрөү ваҡытын ҡыҫҡартырға;
халыҡ күп йөрөгән урындарҙа битлек кейергә;
сирле кешеләр менән аралашыуҙан тыйылырға;
бинаны даими елләтергә, һыулы сепрәк менән таҙартырға;
С витамины булған аҙыҡ-түлек, һарымһаҡ һәм һуған ҡушылған ризыҡтар ашарға;
табип кәңәше менән иммунитетты күтәреүсе препараттар ҡулланырға;
ғаиләлә йәки эшләгән коллективта грипп менән ауырыусылар булһа, иҫкәртеү маҡсатында вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итә башларға (табип менән кәңәшләшеп).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика