11:37 (UTC+5), 11 Февраль 2019

Башҡортостан Өфөләге онкология диспансерына төкәтмә төҙөүгә 686 миллион һум аласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Ике йылда Башҡортостан Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөүгә 686 миллион һум федераль аҡса аласаҡ. Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.
Аҡса 2019-2020 йылдарҙа «Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» программаһы буйынса бүленә. 2019 йылда — 500 миллион һум, 2020 йылда 185,7 миллион һум бүлеү, ә 2020 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Төкәтмәлә сменаһына 450 кеше ҡабул итерлек 240 койка урынлаштырыу ҡарала.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2019 йылда Республика онкология диспансерының яңы хирургия корпусын сафҡа индереү планлаштырыла. Ул ҡыҫынҡылыҡ һәм пациенттарҙы урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Яңы корпус «Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш» федераль программаһы аҡсаһына йыһазландырыла. Ошо маҡсатҡа, шулай уҡ төбәктең башҡа онкология хеҙмәттәрен (Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама) ҡайтанан йыһазландырыуға яҡынса 700 миллион һум бүленә.
Бынан тыш, 2024 йылдың аҙағына Башҡортостанда ауырыуҙарҙы асыҡларға, уларҙы дауаларға тейешле һигеҙ онкология үҙәген асыу күҙаллана. Уларҙы йыһазландырыуға 2 миллиард һум йүнәлтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика