09:39 (UTC+5), 08 Февраля 2019

Радий Хәбиров Башҡортостан эшҡыуарҙары менән Мәскәү баҙарын яулау пландарын тикшерҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Пышка» компаниялар төркөмө етәксеһе Рәсимә Мусина Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусынан республика етештереүселәренең продукцияһын Мәскәү баҙарына индереүҙе көсәйтеүҙә ярҙам күрһәтеүен һораны.
«Сифат яғынан «Мираторг», «Бәхетле», «Азбука вкуса» селтәрҙәрен ҡалышмайбыҙ, — тине ул төбәк етәксеһенең Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһында эшҡыуарҙар менән осрашыуында. – Мәскәүҙә продукциябыҙҙы сағыуыраҡ күрһәтергә теләйбеҙ, ләкин беҙ быны үҙебеҙ генә эшләй алмайбыҙ, көстө берләштерергә кәрәк. Беҙҙә ваҡ, мәҫәлән бер көтөү һыйыры булған етештереүселәр күп, ләкин улар баҙарға сығыу өсөн кәтлиттәргә барып етә алмай, төргәктәре лә, маркировкаһы ла юҡ. Ваҡ етештереүселәрҙең һәм йәмәғәт туҡланыуының көсөн берләштереү яҡшы һөҙөмтә бирер ине. Йәнә ауыл хужалығы кооперацияһы – кооператив етештерә, һата һәм бөтә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә».
Радий Хәбиров Мәскәү баҙарында уңышлы эшләгән конкуренттарҙың өҫтөнлөккә эйә булыуы менән ризалашты. «Шул уҡ «Бәхетле»лә яҡшы маркетинг һәм уңайлы интерфейс» — тине ул һәм Мәскәүҙә республика вәкиллегенең эшләүен, уның етәксеһе Роман Симандуевтың «сараларҙы ойоштороуҙа тәжрибәле» булыуын, бының урындағы етештереүселәргә баш ҡала баҙарына сығырға ярҙам итә алыуын билдәләне.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика