Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Февраль 2019, 14:00

Башҡортостанда «Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск» юлы йәнә концессияға тапшырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы алты объектты, шул иҫәптән бер юлды һәм һаулыҡ һаҡлау объекттары биналарын концессияға тапшырырға ниәтләй, тиелә ведомствоның 31 ғинуарҙағы бойороғонда.
Проектлау, төҙөү, реконструкциялау һәм файҙаланыу маҡсатында Ишембай, Белорет, Бөрйән һәм Әбйәлил райондары биләмәһендә урынлашҡан төбәк әһәмиәтендәге Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск юлын концессияға тапшырыу күҙаллана. Юлдың оҙонлоғо — 183 саҡрым самаһы.
Юл һалыуға конкурс 2016 йылда иғлан ителгәйне. Унда «Башкирдорстрой» еңде, ләкин Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт конкурс йомғаҡтарын ғәмәлдән сығарҙы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан биләмәһендә Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск автомобиль юлынан ике меңдән ашыу автомобиль үтер тип көтөлә. Стәрлетамаҡтан Ҡағы ауылына тиклем трасса бушлай файҙаланыла. Ә бына Асҡар ауылына ҡәҙәр барыу өсөн водителдәргә 10-25 һәм түләргә кәрәк була. Концессия килешеүен 15 йылға төҙөү күҙаллана. Инвесторҙың алты йылы — төҙөлөшкә һәм туғыҙы файҙаланыуға китә. Проекттың яҡынса хаҡы – 12,5 миллиард һум.
Читайте нас: