11:07 (UTC+5), 07 Февраль 2019

Башҡортостан Хөкүмәте балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең максималь күләмен билдәләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылға республика муниципалитеттары өсөн балалар баҡсаһына түләүҙең максималь күләмен билдәләне. Тейешле ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Баҫылған документҡа ярашлы, Өфөлә һәм Өфө районында балалар баҡсаһы өсөн башҡаларға ҡарағанда күберәк түләргә тура килә — 2839 һәм 2627 һум.
Стәрлетамаҡта һәм Дәүләкән районында балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең максималь күләме яҡынса бер тигеҙ — айына 2550 һәм 2503 һум. Салауатта — 2366 һум.
Алты муниципалитетта: Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Иглин, Ҡалтасы, Бәләбәй һәм Учалы райондарында түләү 2200 һумдан ашыуыраҡ тәшкил итә.
Йылайыр һәм Ауырғазы райондары ата-әсәләре өсөн был күрһәткес башҡаларҙан түбәнерәк — 1148 һәм 1185 һум.
Декабрҙә «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быға тиклем закон балалар баҡсаһы өсөн түләү күләмен йыл дауамында бер нисә тапҡыр арттырырға мөмкинлек бирә ине. Хәҙер хаҡты йыл башында ғына күтәрергә була.
Мәктәпкәсә учреждениеларҙа балаларҙы тәрбиәләгән өсөн түләүҙең уртаса күләме 1617,2 һум тәшкил итә. Түләүҙе кәметеүгә компенсация түләүҙәре күләме тап ошо сумманан сығып иҫәпләнә.
Ата-әсәләр балалар баҡсаһына түләү өсөн компенсация алырға хоҡуҡлы, тип иҫкә төшөрҙөләр республика Мәғариф министрлығында. Әгәр ғаиләлә бер бала баҡсаһа йөрөһә, компенсация түләнгән сумманан 20% (323,44 һум) тәшкил итә, икәү — 50% (808,6 һум), өс һәм унан да күберәк — 70% (1132 һум).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика