06:32 (UTC+5), 07 Февраля 2019

Башҡортостан «Аҡыллы ҡала» проектын тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәк итеп һайланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Андрей Чибис менән эш осрашыуы үткәрҙе. Төбәк биләмәһендә «Аҡыллы ҡала» проектын бойомға ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Өфө пилот муниципаль төбәктәр исемлегенә индерелде.
Ҡала хакимиәте 2019-2025 йылдарға яңы технологиялар индереү буйынса юл картаһын әҙерләне. Улар – коммуналь һәм энергетика инфраструктураһы һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ресурс һаҡлаусы ойошмаларҙың сығымдарын кәметеүгә йүнәлтелгән төп ҡарарҙар, атап әйткәндә, ҡаланы энергетика ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланып яҡтыртыу, юл хеҙмәттәре эшенә автоматлаштырылған контроль, тирә-яҡ мөхит торошона һәм һыуҙың сифатына онлайн-мониторинг, ҡалдыҡтар менән идара итеүҙең заманса системаһы. Проекттың партнёры – Францияның SUEZ компаниялар төркөмө
«Беҙ Smart city темаһы буйынса пилот төбәк итеп юҡҡа ғына Башҡортостан менән Өфөнө һайламаныҡ. Бөгөн был донъя тренды. Француз белгестәре республика менән хеҙмәттәшлекте перспективалы тип һанай икән, бында һеҙҙең командағыҙҙың өлөшө ҙур. Ошо ҡеүәтте иҫәпкә алып, Башҡортостан «Аҡыллы ҡала» проектын тормошҡа ашырыуҙа иң алдынғы субъекттарҙың береһе һәм башҡа төбәктәр менән тәжрибә алмашыу өсөн полигон булыуы мөмкин», – тип билдәләне Андрей Чибис.
Үҙ сиратында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы заманса технологияларҙың тораҡ пунттарҙағы йәшәү сифатына йоғонтоһон ыңғай баһаланы.
«Республикала Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы проекттарына етди иғтибар бүләбеҙ, сөнки уларҙың барыһы ла граждандарыбыҙҙың тормошон яҡшырта. «Аҡыллы ҡала» проекты буйынса һеҙҙең менән үҙ-ара эш итергә әҙербеҙ. Беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар, эште дөрөҫ ойошторорға ғына кәрәк»,– тине Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика