18:36 (UTC+5), 06 Февраль 2019

Радий Хәбиров Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең етештереү майҙансыҡтарында булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе Рәсәйҙә авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур үҙәк булып тора. «Ростех» берләшкән двигателдәр эшләү дәүләт корпорацияһына инә. Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров предприятиеның етештереү цехтарын ҡараны. 2018 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә импортты алмаштырыу программаһы буйынса ВК-2500 двигателе компоненттарын сығарыу менән шөғөлләнгән 185-се етештереү-технология үҙәген ойоштороу эштәре тамамланды. Берекмәнең идарасы директоры Евгений Семивеличенко был компоненттарҙың вертолет двигателдәре өсөн файҙаланылыуы тураһында һөйләне. Цехтарында 1996 йылға тиклем «Москвич» автомобилдәре өсөн двигателдәр йыйылған етештереү бинаһында 50-нән ашыу юғары технологиялы станоктар ҡуйылған.
Әле Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә тағы өс етештереү-технология үҙәген ойоштороу эше алып барыла, унда 250 берәмек юғары технологиялы ҡорамал урынлаштырыу күҙаллана. Барлыҡ үҙәктәр иң яҡшы донъя стандарттарын һәм тәжрибәләрен иҫәпкә алып, шул иҫәптән һаҡсыл етештереү принциптарын ҡулланып проектланған.
185-се етештереү-технология үҙәге етәксеһе Дмитрий Ерихов «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, бында йәштәр күп, белгестәрҙең уртаса йәше - 30, уртаса эш хаҡы — 40 мең самаһы, һәйбәт социаль пакет бар, квалификацияны күтәреү һәм артабан үҫешеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Бер йыл элек, 2018 йылдың ғинуарында был үҙәккә Рәсәй Президенты Владимир Путин килде. Ул производство масштабын һәм үҙәкте техник йыһазландырыуҙы юғары баһаланы.
Йыйыу цехында Радий Хәбиров махсус технологик ҡорамал ярҙамында авиация двигателдәрен ҡулдан йыйыуҙы ҡараны. Цехта юғары квалификациялы слесарь-йыйыусылар эшләй.
Предприятие Су-57 бишенсе быуын истребителе өсөн төп перспективалы двигатель етештереүсе булып тора.
Радий Хәбиров 2006 йылда юғары технологиялы продукция етештергәндә инновациялы проекттарҙы үҫтереү өсөн ойошторолған авиация технологиялары технопаркында ла булды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика