11:15 (UTC+5), 05 Февраля 2019

Башҡортостанда эсәр һыуҙың сифатын контролдә тотоу көсәйтелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Эсәр һыу тураһында» республика законына уның сифатын контролдә тотоуҙы көсәйткән үҙгәрештәр индерҙе. Закон эсәр һыуҙың сифатына производство һәм йәмәғәт контроле, халыҡҡа һыуҙың торошо тураһында хәбәр итеү мәсьәләләрен көйләй, һыу объекттарын файҙаланыу тәртибен билдәләй, һыу тәьминәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта ҡулланыусыларҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен яйға һала.
«Законда һыу сифатына производство контролен тормошҡа ашырыу тәртибе, уның уҙғарыу алымдары һәм талаптар билдәләнде. Күҙәтеү органдары ҡайһы бер осраҡтарҙа һыу пробаһын алыу йышлығын арттырыу һәм производство контроле ғәмәлгә ашырылған күрһәткестәр исемлеген киңәйтеү хоҡуғына эйә булды», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Депутаттар ҡабул иткән законға республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡул ҡуйҙы. Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 10 көн үткәс көсөнә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика