05:43 (UTC+5), 04 Февраль 2019

1 февралдән балалар пособиеһын индексациялау: Башҡортостанда түләүҙәр күпмегә артты

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2019 йылдың 1 февраленән әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиелар индексацияланды. Ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы.
Балалы граждандарға дәүләт пособиелары, шул иҫәптән бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие (пособиеның минималь күләме) һәм йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған өсөн пособие индексацияланды. Быйыл уларҙың күләме 4,3% артты. Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе, район коэффициентын иҫәпкә алып, пособиеларҙың күләме тураһында хәбәр итә.
Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме тәүге сабый өсөн 3769,07 һум була. Элек 3613,98 һум ине.
Икенсе һәм артабанғы балалар өсөн — 7538,12 һум. Бынан алда 7227,35 һум түләнде.
Бала тыуғас ата-әсәгә бер тапҡыр бирелә торған пособие 20 101,69 һум тәшкил итә (19 272, 95 һум ине).
Йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр бирелә торған пособие 753,81 һумға тиклем артты.
Бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның, 2019 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнгән пособиеларға сикке сумма календарь ай өсөн 26 152,27 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, 2019 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме артыуға бәйле рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан граждандарға тәүге баланы тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие республикабыҙҙа 5188,80 һумдан түбән булмаҫҡа тейеш. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 11 280 һум тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика