05:16 (UTC+5), 01 Февраль 2019

Уҙған йылда республикала алкоголь етештереү 13 процентҡа артты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Былтыр Башҡортостанда 5 миллион декалитр самаһы алкоголь продукцияһы етештерелде. 2017 йылға ҡарағанда был 13% күберәк.
«Башспирт» һәм «Боска Рус» предприятиелары етештереү күләмен 14 һәм 10% арттырҙы, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында.
Бынан тыш, «Эфес» акционерҙар йәмғиәтенең Өфө заводы һәм «Хейнекен» йәмғиәтенең «Шихан» филиалы бер йылда бөтәһе яҡынса 29 миллион декалитр һыра етештерҙе. 2017 йылға ҡарағанда был 3% күберәк.
Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, алкоголь продукцияһы һәм һыра етештереүҙән республика ҡаҙнаһына 9 миллиард һумлыҡ акциздар инде. Шуларҙың 6 миллиард һумы — һыра етештереүҙән һәм 2,7 миллиард һумы — акциздарҙы яңынан бүлеүҙән.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уҙған йылда республикала 4,9 миллион декалитр алкоголь продукцияһы һатылды. 2017 йылға ҡарағанда был 9% күберәк. Һатылған алкоголдең яртыһы республика етештереүселәре продукцияһына тура килде.
Алкоголь төрҙәре буйынса һатыу структураһында ғәҙәттәгесә араҡы өҫтөнлөк итә (47,6%).
Икенсе урында — шарап (33,7%), артабан — ликер-араҡы изделиелары (8,6%) һәм шампан шарабы (5,7%).
Башҡортостанда йәшәүселәр коньяк һәм алкоголе аҙ булған продукцияны аҙыраҡ һатып ала — 4,2 һәм 0,2%.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика