07:39 (UTC+5), 01 Февраля 2019

Башҡортостанда ветеран-блокадасыларға юбилей билдәләре һәм 7000 һум аҡса бирелә

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда «Ленинградты обороналаған өсөн» һәм «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» миҙалдарын алған 118 ветеранға Ленинград ҡамауын өҙөүгә 75 йыл тулыу уңайынан Санкт-Петербург хакимиәтенән юбилейлы иҫтәлекле билдәләр бирелә.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Өфөлә – 71, Стәрлетамаҡта һәм Октябрьскийҙа – бишәр, Салауатта – дүрт, Белорет һәм Иглин райондарында – өсәр, Әлшәй, Баҡалы, Дәүләкән, Илеш, Миәкә, Туймазы райондарында һәм Сибай ҡалаһында икешәр ветеран-блокадасы бар. Архангел, Асҡын, Бәләбәй, Бөрө, Благовар, Ишембай, Мәләүез, Мәсетле, Өфө, Учалы райондарында, шулай уҡ Ағиҙел, Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы йә иһә «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән берәр ветеран йәшәй.
Петербург хакимиәте ҡарарына ярашлы, юбилей датаһы айҡанлы һәр ветеран-блокадасыға төньяҡ баш ҡала бюджетынан 7000 һум аҡса тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика