Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.31
-1.41
92.86
-1.65
62.22
+0.15
-4 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар 2019, 14:46

Быйыл йәй Өфөнән Санкт-Петербургка «Нордавиа» компанияһы самолеттары оса башлай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдың йәйендә Өфөнән Санкт-Петербургка «Нордавиа» компанияһы самолеттары оса башлай. Әлеге ваҡытта был йүнәлештә «Рәсәй» авиакомпанияһы эшләй.
Ташыусы март аҙағынан Boeing-737-500 менән аҙнаһына алты рейс башҡарыуға (шәмбенән тыш) слот алды, тип хәбәр иттеләр «Өфө» халыҡ-ара аэропортында.
Маршрут Өфө аэропортының йәйге теҙмәһенә индерелде. Әлегә ошо йүнәлештә «Рәсәй» авиакомпанияһы ғына эшләй.
Теги: авиация
Читайте нас