10:46 (UTC+5), 30 Января 2019

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы 40 миллиард һумғаса льготалы кредит йәлеп итергә ниәтләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйыл Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары 40 миллиард һумғаса — 2018 йылға ҡарағанда (22 миллиард) ике тапҡырға тиерлек күберәк льготалы кредит йәлеп итергә ниәтләй. Күләмдең артыуы республикала агросәнәғәт комплексы өлкәһендә күләмле инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуға бәйле, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Ауыл хужалығы министрлығында.
Агросәнәғәт комплексын 5% ставка буйынса кредитлау программаһы 2017 йылда башланды, тәүге йылда льготалы займдар суммаһы 11 миллиард һум тәшкил итте.
Ауыл хужалығы министрлығы иҫәпләүҙәре буйынса, ағымдағы сәсеү кампанияһын уҙғарыуға төбәккә яҡынса 11 миллиард һум кәрәк, был сумманың яртыһынан — ашыуы заем аҡсаһы. Былтыр сәсеү һәм урып йыйыу кампанияларын үткәреүгә, мал аҙығын әҙерләүгә сығымдар 15,4 миллиард һумға баһаланды, шуның 9 миллиарды заем аҡсаһы ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика