Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2019, 12:34

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы 40 миллион һумды коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға бүлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 40 миллион һумды коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың йәмғиәт өсөн әһәмиәтле программаларын тормошҡа ашырыуға бүлә. Ведомство сайтында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия биреү конкурсының башланыуы тураһында хәбәр ителә.
2019 йылда конкурстың бюджеты ярайһы уҡ артты. Уҙған йылда ул 11 миллион һумдан саҡ ҡына күберәк ине. Ойоштороусылар республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары вәкилдәренең теләктәрен иҫәпкә алып, ғаризалар тапшырыу ваҡытын оҙайтты.
Субсидияның йәмғиәт өсөн әһәмиәтле программаларҙы бойомға ашырыу буйынса сығымдарҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә лә, тормошҡа ашырылған саралар буйынса сығымдарҙы ҡаплау өсөн дә бирелеүе мөмкин. 2019 йылда башҡарылған сығымдар ғына ҡаплана. Программаларҙы ғәмәлгә ашыра башлау ваҡыты — 1 июндән һуң, максималь ваҡыт – бер йыл.
Ғаризалар 4 февралдән 18 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Һәр дәғүәсе бер генә ғариза бирергә хоҡуҡлы.
Читайте нас: