10:26 (UTC+5), 29 Января 2019

1 февралдән федераль льготалыларға түләүҙәр арта — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 февралдән федераль льготалыларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме 4,3% индексациялана, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
Социаль түләүҙәрҙе арттырыу Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, һәләк булған (үлгән) һуғыш инвалидтарының ғаилә ағзаларына, фашист концлагерҙары тотҡондарына, I, II, III төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға, шулай уҡ радиацияға дусар булғандарға ҡағыла.
«Пенсия фонды идаралыҡтары Башҡортостандың район-ҡалаларында 318 мең кешенең айлыҡ аҡсалата түләүҙәрен ҡайтанан иҫәпләне. Февралдә улар түләүҙәрҙе арттырылған күләмдә алырға тейеш», — тип белдерҙе «Башинформ» агентлығына Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Уның һүҙҙәренсә, бер үк ваҡытта федераль льготалыларға социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡсаның суммаһы 1,043-кә арта.
1 февралдән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы 1121,1 һум тәшкил итә. Шуның 863,75 һумы — бушлай дарыуҙар алыу, 133,62 һумы дауахана-курорт дауалауы өсөн ҡаралған. Ҡалған 124,05 һумы — ҡала яны тимер юл транспортында бушлай йөрөүгә, шулай уҡ халыҡ-ара транспортта дауалау урынына барыуға һәм кире ҡайтыуға.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика