06:46 (UTC+5), 28 Января 2019

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 6 миллиард һум бүленә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан муниципалитеттары сайттарында 2024 йылға тиклем подъездарын ремонтлау ҡаралған күп фатирлы йорттарҙың исемлеге бар. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов ошо турала хәбәр итте.
«Йыл һайын 4 меңгә яҡын подъезды ремонтлау күҙаллана. 2019-2024 йылдарҙа бөтәһе 26 мең подъезды төҙөкләндерергә уйлайбыҙ. Шуның 4 меңен – ағымдағы йылда», — тип билдәләне ул.
Программаны тормошҡа ашырыу осорона финанслау 6 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Ошо сумманың 1 миллиард һумға яҡыны 2019 йылда подъездарҙы ремонтлауға йүнәлтелә.
Юрий Палтусов һүҙҙәренсә, 20 февралгә тиклем күп фатирлы йорттарҙа фатир милекселәренең дөйөм йыйылыштары була. Унда башҡарылырға тейешле эштәр исемлеге, шулай уҡ күршеләр араһынан эштәрҙе контролдә тотоу һәм ҡабул итеү өсөн яуаплы кеше билдәләнергә тейеш.
Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауҙы 1 ноябргә тамамлау күҙаллана, тип өҫтәне Юрий Палтусов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика