10:25 (UTC+5), 24 Января 2019

Башҡортостанда Иҫке Собханғол — Мораҡ юлын төҙөкләндереү бара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 11 саҡрымлыҡ Иҫке Собханғол — Мораҡ юлын төҙөкләндереү дауам итә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ҡышҡы миҙгелдә һалҡын температура ҡамасауламаған эштәр башҡарыла. Әле объектта тупраҡ түшәлә, ҡар ишелмәһенә ҡаршы саралар уҙғарыла — яҙғыһын таяуҙарҙы георәшәткәләр менән нығытыу күҙаллана.
Былтыр ноябрҙә подрядсы Кесе Эйек йылғаһы аша күпер менән Иҫке Собханғол — Мораҡ юлының ете саҡрымлыҡ участкаһын тапшырҙы. Республика ҡаҙнаһы ошо участканы төҙөкләндереүгә 235,5 миллион һум бүлде. Күпер төҙөлөшө 64,7 миллион һумға төштө.
Иҫке Собханғол — Мораҡ юлы — «Бөрйән» туристик кластерын үҫтереү проектының бер өлөшө. Шулай уҡ «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына юлды төҙөкләндереү ҡаралған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика