04:28 (UTC+5), 24 Января 2019

Башҡортостан инфраструктура төҙөлөшөнә 4 миллиард федераль аҡса йәлеп итергә ниәтләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан быйыл федераль адреслы инвестиция программаһына инеү өсөн дөйөм суммаһы 4,2 миллиард һумлыҡ ғариза бирҙе. Шуларҙан 994 миллионлыҡ һумлыҡ ғаризалар хупланды, тип хәбәр иттеләр республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Һүҙ, атап әйткәндә, Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә һалыу һәм Ағиҙел йылғаһында ярҙы нығытыу инженер ҡоролмаларын төҙөү буйынса ғаризалар тураһында бара.
2020 йылға килгәндә, федераль үҙәк менән Өфөлә спорт гимнастикаһы үҙәген, Ғ.Ҡыуатов исемендәге поликлиниканың яңы корпусын, Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусын, Ағиҙел йылғаһында ярҙы нығытыу инженер ҡоролмаларын федераль программаға индереү, шулай уҡ Республика кардиология үҙәге, Сибай концерт-театр берләшмәһе, Стәрлетамаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының әлеге биналарын төҙөкләндереү һәм Өфө дәүләт циркын капиталь ремонтлау буйынса мәсьәлә ентекле өйрәнелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика