12:27 (UTC+5), 23 Ғинуар 2019

Төбәктә «Урал легендаһы» поезы теҙмәһен үҙгәртә

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 февралдән 31 мартҡа тиклем пассажирҙарҙың һорауы буйынса Өфө – Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса йөрөгән «Урал легендаһы» поезының теҙмәһе үҙгәрә, хәҙер тау саңғысыларына һәм туристарға сәйәхәт итеү күпкә уңайлыраҡ була. Ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар араһында популяр поезд Өфөнән урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8-се 19 минутта ҡуҙғала һәм көндөҙгө 2-се 7 минутҡа Яңы Абҙаҡҡа барып етә. Яңы Абҙаҡтан киске сәғәт 6-сы 21 минутта юлға сыға, Өфөгә төнгө 12-се 17 минутҡа килә. Теҙмәлә, элекке кеүек үк, Дим, Өршәк, Асы, Инйәр, Айғыр һәм Белорет станцияларында туҡталыштар ҡаралған. Билет хаҡы – 700 һум, ҡануниәттә билдәләнгән льготалар ғәмәлдә. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында белдереүҙәренсә, «Урал легендаһы» поезы йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөй.
Уҙған ҡышҡы миҙгелдә, ноябрҙән мартҡа тиклем, «Урал легендаһы» поездарында 10 меңгә яҡын кеше йөрөнө. Проектты пассажирҙар ҙа, туристик бизнес та юғары баһаланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика