07:11 (UTC+5), 23 Января 2019

Башҡортостанда фатирҙарға хаҡтар артты

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2018 йылдың IV кварталында Башҡортостанда беренсел торлаҡ баҙарында бер «квадрат»тың уртаса хаҡы 57,9 мең һумға етте. Былтырғыға ҡарағанда, был 6 процентҡа күберәк, тип белдерҙе республика статистиктары.
Төбәктә икенсел торлаҡҡа хаҡтар бик артманы — квадрат метр өсөн уртаса 53,3 мең һум. 2017 йылдың IV кварталы менән сағыштырғанда, икенсел баҙарҙа торлаҡ хаҡы 4,6 процентҡа күтәрелде, тип йомғаҡ яһанылар Башстатта.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, күсемһеҙ милек баҙары уйынсылары фекеренсә, быйыл беренсел баҙар секторында, атап әйткәндә, Өфөлә хаҡтарҙың 15-20 процентҡа артыуы мөмкин.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, «ошондай һан булыр тигән хәүеф бар», әммә ведомствоның үҙенең фаразы икенсерәк.
«Әле беҙ 10-12 процент тип фаразлайбыҙ», — тип белдерҙе Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов, 22 ғинуарҙа «Башинформ» агентлығындағы түңәрәк өҫтәлдә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика