10:24 (UTC+5), 22 Ғинуар 2019

Хеҙмәт министрлығы иң кәрәкле һөнәрҙәрҙе атаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Һөнәри һәм мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусылары, шулай уҡ бухгалтерҙар һуңғы ике йылда илдә иң кәрәкле һөнәрҙәр иҫәбенә инде. Был хаҡта РБК Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итә.
Мониторинг системаһын Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты менән берлектә ведомствоның Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты төҙөнө. Тәүге өс вакансия асыҡ сығанаҡтар, шул иҫәптән «Работа в России» сайты мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнде.
Уҙған йылда бухгалтерҙар өсөн — 131 мең самаһы, һөнәри белем биреү уҡытыусылары өсөн — 101 мең, мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусылары өсөн 96 меңдән ашыу вакансия урынлаштырылды тип хәбәр ителә.
Бынан алда эксперттар 2019 йылда иң кәрәкле һөнәрҙәрҙе атаны. Аналитиктар iOS һәм Android өсөн мобиль ҡушымталар әҙерләүселәргә, мобиль интерфейс дизайнерҙарына, һынау белгестәренә һорауҙың артыуын көтә. Эксперттар фекеренсә, ағымдағы йылда ла мәғлүмәттәр аналитиктарына һорауҙың артыуы дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика