12:14 (UTC+5), 22 Января 2019

Башҡортостан беренсе балаһы тыуған ғаиләләргә түләү өсөн 2,6 миллиард һум ала

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан тәүге балаһы тыуған ғаиләләргә түләү өсөн федераль бюджеттан 2,6 миллиард һум аҡса ала, тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт министрлығы. Шулай уҡ өсөнсө һәм артабанғы балаларға айлыҡ пособиелар түләнә. Ошо маҡсатҡа 2019 йылда ике кимәлдәге бюджеттан 752 миллион һум бүленде (650 миллионы – федераль ҡаҙнанан, 102 миллионы – республиканан).
Беренсе бала тыуғанда айлыҡ түләү быйыл 9182 һум тәшкил итә (2018 йылда 8892 һум ине). Ул ғаиләнең уртаса килеме уның һәр ағзаһына 14 328 һум булған осраҡта тәғәйенләнә (2018 йылда —14 247 һум) һәм бала йәш ярымға еткәнсе түләнә.
Быйыл тыуған өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙең күләме элеккесә ҡала – 8993 һум, пособие өс йәшкәсә түләнә. Түләүгә йән башына уртаса килеме 8975 һумдан артмаған ишле ғаиләләр хоҡуҡлы (әлеге мәлдә республикала балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәле шундай).
2019 йылдың 1 ғинуарына мәғлүмәттәр буйынса, республикала 5 709 ғаилә 2018 йылда тыуған йәки балалыҡҡа алынған беренсе бала өсөн пособие юлланы. Түләүҙең дөйөм суммаһы 384,2 миллион һум тәшкил итте.
Әле төбәктә 5 меңдән ашыу ғаилә 2018 йылда өсөнсө йәки артабанғы булып тыуған балалар өсөн пособие ала. Пособиеның ошо төрө буйынса түләүҙең дөйөм суммаһы 367,7 миллион һум тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика