04:22 (UTC+5), 21 Ғинуар 2019

Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы 33 мең һумдан ашты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмаларында уртаса эш хаҡы 2018 йылдың йылдың ноябрендә 33 137 һумға етте. 2017 йылдың ноябренә ҡарағанда, был 8,3 процентҡа күберәк. Республикала реаль эш хаҡы, 2017-нең ноябре менән сағыштырғанда, 4,4 процентҡа артты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.
Статистиктар мәғлүмәте буйынса, 2018 йылдың 11 айында төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы 32 405 һум тәшкил итте. 2017 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда, был 9,2 процентҡа күберәк.
Республикала иң ҙур сығымдар, ғәҙәттәгесә, кокс һәм нефть продукттарын етештереүгә тура килде — айына уртаса 75 350 һум.
2018 йылдың ғинуар-ноябрендә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә уртаса эш хаҡы 58 149 һум тәшкил итте.
Өсөнсө урында — химик матдәләр һәм химик продукттар етештереү мәшғүл хеҙмәткәрҙәр — уртаса 48 261 һум.
Башҡортостанда иң ҙур хеҙмәт хаҡы алған тәүге бишәү иҫәбенә профессиональ, ғилми һәм техник эшмәкәрлек менән мәшғүлдәр ҙә инде — айына 45 628 һум.Финанс һәм страховкалау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы аҙыраҡ — 43 720 һум.
Киреһенсә, 2018 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса республикала күн һәм күн әйберҙәр етештереү менән мәшғүлдәр бөтәһенән дә аҙыраҡ алды — 13 045 һум. Йыһаз эшләү менән шөғөлләнгәндәрҙең уртаса хеҙмәт хаҡы юғарыраҡ — уртаса 13 680 һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика