11:20 (UTC+5), 21 Ғинуар 2019

Һиндостанда Бөтә донъя күргәҙмәһендә Башҡортостандың сауҙа һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙылар

Гөлсәсәк Ханнанова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандан сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре делегацияһы ошо көндәрҙә Делиҙа IndusFood Бөтә донъя аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә ҡатнашты. Уны ойоштороусы булып Һиндостандың Сауҙаға булышлыҡ итеү советы, Сауҙа һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрлығы сығыш яһаны. Күргәҙмә Һиндостандың иң яҡшы 500 аҙыҡ-түлек етештереүсеһен һәм 800-гә яҡын халыҡ-ара байерҙарҙы — 80 илдән күмәртә компаниялары, донъя супермакеттары, магазиндары, дөйөм туҡланыу предприятиелары вәкилдәрен йыйҙы. Һиндостандан аҙыҡ-түлек экспортын киңәйтеү өсөн ойошторолған күргәҙмәгә Рәсәйҙән 70 эшҡыуар барҙы, ә Башҡортостан вәкилдәре унда иң ҙур төбәк делегацияһы булды.
Һиндостанда республика менән ҙур төбәк сауҙа селтәрҙәрен берләштергән Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы ағзалары таныштырҙы.
Башҡортостан сауҙа ассоциацияһының башҡарма директоры Елена Кислицына фекеренсә, сәфәр һөҙөмтәле булды: Башҡортостан сауҙа селтәрҙәре бик күп B2B-осрашыуҙар үткәрҙе, Һиндостандан төрлө аҙыҡ-түлек, емеш-еләк, йәшелсә, тәмләткестәр, сәй, балалар аҙығы етештереүселәр менән тура бәйләнештәрҙе яйға һалды, шуның һөҙөмтәһендә тиҙҙән Башҡортостан кәштәләрендә ошо илдән килтерелгән аҙыҡ-түлектең киң ассортименты барлыҡҡа килеүе мөмкин. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: башҡалар иҫәбендә Делиҙа Башҡортостан менән үҙенсәлекле делегат — «Камал» күмәртә фирмаһын ойоштороусы Джитендер Тивари таныштырҙы. Ул Һиндостанда тыуһа ла, бына 17 йыл инде Өфөлә йәшәй.
«Уҡыуымды тамамлағас, Рәсәйҙә йәшәргә ҡалдым, Өфөлә улым нефть университетын тамамлай, Башҡортостан минең икенсе тыуған илемә әүерелде, — ти ул. — Шуға күрә мин республикала, төньяҡта йәшәүселәрҙең Һиндостандан иң файҙалы ризыҡ, емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙе артыҡ аралашсыһыҙ һатып алыу мөмкинлегенә эйә булыуын теләйем. Шуның өсөн күргәҙмәлә һаманғаса Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында һирәк осраған гранат, манго, папайя һәм башҡа экзотик емеш-еләк етештереүселәр менән һөйләшеүҙәр үткәрҙем. Башҡортостандың иң яҡшы аҙыҡ-түлеген, атап әйткәндә, балды Һиндостанға оҙатыу хаҡында ла һүҙ алып барҙыҡ».
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика