17:02 (UTC+5), 21 Ғинуар 2019

Өфөлә һәм башҡа миллионлы ҡалаларҙа айҙың иң ҡиммәтле вакансиялары аталды

Юрий Нестеренко
Юрий Нестеренко
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Superjob порталы Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә иң ҡиммәтле биш вакансия исемлеген баҫтырып сығарҙы.
Башҡортостандың баш ҡалаһында иң төшөмлө эш — стоматология клиникаһында баш табип, айына кәм тигәндә 120 мең һум.
Өфөлә һатыу өлкәһендә коммерция директоры ай һайын 100-120 мең һумға иҫәп тота ала.
Өсөнсө урында — энергетика өлкәһендә коммерция директоры өсөн тәҡдим — 80-120 мең һум.
Өфөлә ғинуарҙағы иң ҡиммәтле биш вакансия иҫәбенә консультант һәм системалы администратор ҙа инде. Уларҙың эше өсөн кәмендә 86 һәм 70 мең һум түләргә әҙерҙәр.
Ғәҙәттәгесә, эш эҙләүселәр өсөн иң шәп тәҡдимдәр буйынса лидер — Мәскәү. Бында табип-репродуктологка яҡынса 0,5 миллион һум түләргә әҙерҙәр.
Екатеринбургта хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәшсе эше 300 мең һумға баһалана.
Санкт-Петербургта маркетинг буйынса директор 200 мең һумдан кәм булмаған хеҙмәт хаҡына иҫәп тоторға хоҡуҡлы.
Һамарҙа финанс директоры урынбаҫары вазифаһын кәмендә 150 мең һумға баһаланылар.
Ҡазанда программист эше өсөн 100 мең һум түләргә әҙерҙәр. Силәбелә төбәк идарасыһы ошондай уҡ эш хаҡына дәғүә итә ала.
Түбәнге Новгородта металл эшкәртеүсе ҡорамал һатыу буйынса төбәк менеджеры вазифаһына дәғүә иткән эш эҙләүселәр өсөн тәҡдим шундай уҡ суммаға — 100 мең һумға баһалана, тип йомғаҡ яһаны аналитиктар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика