Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ғинуар 2019, 09:16
Өфө мэрияһы ит йәрминкәләрен уҙғарыу урындарын атаны
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Иртәгә, 19 ғинуарҙа, Өфөлә сираттағы ит йәрминкәләре ойошторола, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Өфөнөң бөтә райондарында (Димдән тыш) сифатлы ит продукцияһын һатып алырға мөмкин.
Ленин районында ит йәрминкәһе Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында уҙғарыла.
Октябрь районында сауҙа Спорт һарайы алдында, шулай уҡ Сипайловола М.Рыльский урамындағы аллеяла ойошторола.
Орджоникидзе районында йәшәүселәргә яңы һуйылған ит С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда һатыла. Совет районында — Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.
Ит йәрминкәләре иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1262092-meriya-ufy-nazvala-mesta-provedeniya-myasnykh-yarmarok-/
Теги:
ит йәрминкәләре
Читайте нас: