11:20 (UTC+5), 18 Января 2019

Башҡортостандың Баймаҡ районында яңы янғын депоһы төҙөлдө

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында яңы янғын депоһы төҙөлдө. Урындағы ҡотҡарыусылар бинаға күсергә йыйына. Объект 2018 йылдың апрелендә республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына төҙөлә башланы. Уҙған йылдың аҙағында депо ике саҡырыу буйынса эшләне лә инде.
«Был республикала төҙөлгән берҙән-бер янғын хәүефһеҙлеге объекты түгел. Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталына Кушнаренко ауылында тағы бер янғын һүндереү часын файҙаланыуға тапшырыу билдәләнгән, шулай уҡ Ғафури районының Красноусол ауылында янғын-ҡотҡарыу часын төҙөү буйынса проект-эҙләнеү эштәре ҡаралған», — тине Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов.
Әле Кушнаренко ауылында янғын депоһы төҙөлә: тәүге ҡатына кирбес һалыу бара.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика