07:07 (UTC+5), 17 Января 2019

Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 2,3 мең инвалид эш тапты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Уҙған йылда Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәренә эш эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән инвалидтарҙың күпселеге эшкә урынлаштырылды, тип белдерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында.
«Былтыр бөтәһе 3,8 мең инвалид мөрәжәғәт итте. Был 2017 йылға ҡарағанда 6 процентҡа күберәк. Уларҙың 2,3 меңен эшкә урынлаштыра алдыҡ, — тине Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Эш тапҡан инвалидтарҙың өлөшө мөрәжәғәт иткәндәрҙең дөйөм һанынан 60 процент тәшкил итте. 2017 йыл менән сағыштырғанда, был 4 процентҡа күберәк».
Ведомствола билдәләүҙәренсә, эш биреүселәргә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн хеҙмәт урындарын ойоштороуға, шул иҫәптән инфраструктура булдырыуға һәм инвалидтарҙы эш урынына яраҡлаштырыуға сығымдар ҡаплана.
Әйтәйек, 2018 йылда инвалидтар өсөн 267 эш урыны булдырыуға республика ҡаҙнаһынан 21 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.
Рәсәй Пенсия фондының 2018 йылдың 1 ноябренә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштәге 74,7 мең инвалидтың 16 меңдән ашыуы, йәки 22 процентҡа яҡыны эшләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика