10:21 (UTC+5), 17 Января 2019

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡы баһаланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан статистиктары төбәктәге аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡын баһаланы.
9 ғинуар менән сағыштырғанда, республикала һыйыр ите, тауыҡ, сосиска, сарделька, бешерелгән колбаса, ҡаймаҡ, сыр, сәй, он, икмәк, печенье, дөгө, вермишель, макарон изделиелары, картуф, кәбеҫтә, һуған, кишер, помидор һәм алма ҡиммәтләнде. Бер аҙнала ошо продукттарҙың хаҡы 0,1-3,6 процентҡа артты.
Республикала айырыуса кишер ҡиммәтләнде — 3,6 процентҡа. Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәргә ошо йәшелсәнең килограмы уртаса 25 һумға төшә.
Был ваҡытта сусҡа ите, ярым ыҫланған һәм бешерелгән-ыҫланған колбаса, ит консервалары, туңдырылған балыҡ, аҡ май, көнбағыш майы, маргарин, һөт, эремсек, йомортҡа, шәкәр, шоколадлы кәнфиттәр, тоҙ, тары ярмаһы, ҡарабойҙай һәм яңы ҡыяр бер аҙ арзанайҙы. Бер аҙнала ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 0,1-ҙән алып 6,6 процентҡа тиклем төштө. Башҡаларға ҡарағанда яңы ҡыярҙың хаҡы кәмене — 6,6 процентҡа. Әле уның бер килограмы уртаса 148 һум тора.
Ошо ваҡытта Башҡортостанда һарыҡ итенең хаҡы ғына үҙгәрмәне. Хәҙер республика халҡына һарыҡ итенең бер килограмы, һөйәкһеҙ иттән тыш, 370 һумға төшә, тип белдерҙе статистиктар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика