11:25 (UTC+5), 16 Января 2019

Республикала 8 бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә 23 миллион һум йүнәлтелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда 8 бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә. Уҙған йылдың ноябрендә республика Дәүләт Йыйылышы «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы законға үҙгәрештәрҙе ҡабул итте. Бөгөн хөкүмәт президиумы ултырышында ошондай ғаиләләргә аҡса түләү тәртибе һәм уның суммаһы билдәләнгән ҡарар ҡабул ителде.
«Бер тапҡыр бирелә торған түләүгә йыллыҡ сығымдар, уны алыусыларҙың артыуы менән бәйле, 23,6 миллион һум тәшкил итә. Башҡортостанда һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 47 ғаилә иҫәпләнә», — тип асыҡлыҡ индерҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников.
2015 йылдан бөгөнгә тиклем республикала туғыҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән 28 ғаилә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алды. Ошо маҡсатҡа бюджеттан 17,7 миллион һум бүленде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика