07:01 (UTC+5), 16 Ғинуар 2019

Өфө фатирға иң юғары хаҡ буйынса 10 миллионлы ҡала иҫәбенә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Domofond.ru күсемһеҙ милек порталы аналитиктары Рәсәй ҡалаларында яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙарға хаҡтар динамикаһын иҫәпләне.
2018 йылдың декабрендә квадрат метрҙың хаҡы буйынса Мәскәү алдынғы урынды бирмәне. Йыл аҙағына яңы йорттарҙа «квадрат» хаҡы илдең баш ҡалаһында яҡынса 210 мең һум тәшкил итте.
Икенсе урында — Ҡырымдың Алушта ҡалаһы. Бында бер квадрат метр өсөн уртаса 124,5 мең һум һорайҙар.
Өсөнсөлә — Санкт-Петербург (118,7 мең һум).
Миллионлы ҡалаларҙа яңы төҙөлгән йорттарҙа торлаҡ хаҡы
Миллионлы ҡалалар рейтингында тәүге ике урын үҙгәрмәне: Мәскәү һәм Санкт-Петербург. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса өсөнсө урынды Ҡазан алды. Татарстандың баш ҡалаһында яңы һалынған йортта бер квадрат метр 76,6 мең һумға етте.
Дүртенсе урында Екатеринбург — бер «квадрат» өсөн 70,5 мең һум.
Тәүге бишәү исемлегенең аҙағында Түбәнге Новгород — 67,8 мең һум.
Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө рейтингта алтынсы баҫҡысты биләй. Яңы төҙөлгән йортта бер квадрат метрҙың хаҡы уртаса 65,4 мең һумға баһалана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика