Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2019, 12:24
Өфө властары парктар һәм газондар өсөн 202 миллион һум тотонорға әҙер
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнөң коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы 31 ғинуарҙа ҡала парктарын, скверҙарын, газондарын тәртиптә тотоу һәм йәшелләндереү өсөн подрядсы һайлай. «Ростендер» майҙансығында урынлаштырылған документтарға ярашлы, 2019 йылда ҡаланы 2 миллион бер йыллыҡ үҫенте биҙәргә тейеш. Иң ҙур сәскә түтәлдәрен Салауат Юлаев скверында, Ленин майҙанында, Республика Йорто, Рус драма театры янында, Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттарында яһау күҙаллана. Килешеүҙең башланғыс хаҡы — 202 миллион һум. Ғәҙәттә, дәүләт контрактын «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» муниципаль предприятиеһы ала.
http://www.bashinform.ru/news/1260974-ufimskie-vlasti-gotovy-potratit-202-mln-rubley-na-soderzhanie-parkov-i-gazonov/
Теги:
парктар
скверҙар
газондар
сәскәләр
Читайте нас: