10:37 (UTC+5), 14 Января 2019

Республикала һанлы телевидение инмәгән зонала 160 мең кеше йәшәй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 3 июндә Башҡортостанда аналоглы тапшырыу туҡтатыла. Бөгөн республикала һанлы тапшырыуға йәлеп итеү - 95%. Шуның менән бергә Башҡортостандың 691 тораҡ пункты һанлы телевидение зонаһына инмәй, тағы 475-е өлөшләтә инә. Республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов әйтеүенсә, әлеге тораҡ пункттарҙа 160 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бындай тораҡ пункттарҙың күбеһе Белорет һәм Бөрйән райондарында. Ошо райондарҙың хакимиәт башлыҡтары һанлы тапшырыуға күсеүгә бәйле проблемаларҙы кәметергә мөмкинлек биргән саралар тураһында һөйләне.
«Һанлы тапшырыуға күсеү — ыңғай реформа, был 21 быуат. Ләкин беҙ ул хаҡта һөйләмәйбеҙ. Халыҡҡа ябай ғына итеп үҙгәрештең асылын һәм йөкмәткеһен аңлатырға кәрәк. Был бик позитив реформа. Күпселек халыҡ әлеге киңлеккә эләкмәй, беҙ финанс компенсацияһын тәҡдим итергә һөйләштек», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова һүҙҙәренсә, ошо маҡсатҡа бюджетта 275 миллион һум ҡаралған, был аҡса спутник антенналарын ҡуйыуға һәм махсус приставкалар һатып алыуға йүнәлтелә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһына килгәндә, уның тапшырыуы элекке күләмдә ҡала. Ошо каналды аналоглы тапшырыуҙа ҡараған тораҡ пункттарҙа махсус антенналар һатып алыуҙы һәм ҡуйыуҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.
Радий Хәбиров фекер алышыу йомғаҡтары буйынса был темаға арналған тағы бер кәңәшмә уҙғарырға ҡушты. Уға тиклем халыҡ араһында әүҙем аңлатыу эштәре алып барылырға тейеш.
Федераль телеканалдарҙың һанлы тапшырыуға күсеү үҙенсәлектәре хаҡында «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика