06:02 (UTC+5), 14 Ғинуар 2019

Өфөнөң сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары махсус йәрминкәлә вакансиялар тәҡдим итә

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөнөң сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары 17 ғинуарҙа махсус йәрминкәлә эш эҙләүселәргә үҙ вакансияларын тәҡдим итә.
«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, вакансиялар араһында — администратор, водитель, ярымфабрикаттар әҙерләүсе, кассир, менеджер, ашнаҡсы, һатыусы, слесарь, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр.
Йәрминкәгә килеүселәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге бөтә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар ҡаралған.
Үткәреү урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика