06:25 (UTC+5), 10 Января 2019

1 ғинуарҙан ауыл халҡы өсөн пенсияның билдәләнгән күләме артты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ауыл хужалығында 30 йыл хеҙмәт стажына эйә эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсияһына билдәләнгән түләү 25% арттырылды.
«Башҡортостанда тейешле стажға эйә булған һәм әлеге ваҡытта эшләмәгән 51 мең ауыл кешеһенә билдәләнгән түләү арттырылды. Ағымдағы йылдың ғинуарынан ауыл халҡына айлыҡ арттырыу 1333 һумдан ашыу тәшкил итә. Бының өсөн бер ниндәй ҙә ғариза яҙыу талап ителмәне, был пенсия (түләү) эше мәғлүмәттәре буйынса башҡарылды», — тип хәбәр итте Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Уның һүҙҙәренсә, ауыл хужалығындағы эш стажын иҫәпләү өсөн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған Эштәр, производстволар, һөнәрҙәр, вазифалар, белгеслектәр исемлеге файҙаланылған.
Ауыл ерендә төп эшмәкәрлеге ауыл хужалығы менән бәйле булмаған ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа (мәктәптә, ауыл советында, фельдшер һәм медицина пунктында) эшләгәндәр өсөн билдәләнгән түләү арттырылмай.
Ауыл хужалығында (үҫемлекселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ) 30 йыл эш стажы хеҙмәт кенәгәһендәге яҙмалар менән раҫланмаған пенсионерҙар пенсияны яңынан иҫәпләтеү өсөн теләгән ваҡытта Пенсия фондына өҫтәмә документтар тапшырырға хоҡуҡлы.
1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем мөрәжәғәт иткән осраҡта пенсия 2019 йылдың башынан тейешле суммаларҙы юғалтыуһыҙ ҡабаттан иҫәпләнә.
2019 йылдың 31 декабренән һуң иһә страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙе яңынан иҫәпләү тураһында ғариза бирелгән айҙан һуң икенсе айҙың 1-енән иҫәпләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика