05:56 (UTC+5), 09 Января 2019

Рәсәйҙә ОСАГО тарифтары үҙгәрҙе

Донат Сорокин/ТАСС
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙә яңы ОСАГО тарифтары ғәмәлгә инде, тип хәбәр итә ТАСС.
9 ғинуарҙан Рәсәй Үҙәк банкының автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауҙа (ОСАГО) тариф коридорын өҫкә һәм аҫҡа 20% киңәйтеү тураһында күрһәтмәһе үҙ көсөнә инде. Физик берәмектәрҙең еңел автомобилдәре өсөн база тарифы ставкалары диапазоны әле 2746-4942 һум тәшкил итә. Быға тиклем ул 3432-4118 һум ине.
Бынан тыш, 9 ғинуарҙан водителдәрҙе стаж һәм йәш буйынса 58 категорияға бүлеү аныҡлана (ғәмәлдә дүртәү).
Ике йылға тиклем автомобиль йөрөтөү тәжрибәһенә эйә булған 16-21 йәшлек водителдәр өсөн максималь коэффициент арта — 1,8-ҙән 1,87-гә ҡәҙәр.
«Мультидрайв» полистары өсөн коэффициент та 1,8-ҙән 1,87-гә тиклем арта.
Бөгөндән стаж һәм йәш өсөн ташламалар ғәмәлгә инде. Иң ҙуры — 7% (0,93 коэффициентына тап килә) алты йыл стаждан башлап 59 йәштән өлкәнерәк водителдәр өсөн билдәләнә. Элекке ОСАГО системаһында стаж һәм йәш өсөн ташламалар булманы.
Бынан алда Рәсәй банкында яңы тарифтар индереү сәбәпле полистың уртаса хаҡы 1,5% артыуы ихтимал тип баһаланғайны. Рәсәй Автостраховкалаусылар союзы баһаһы буйынса, страховкалаусылар йыйымы үҫеше яҡынса 5% тәшкил итергә тейеш.
Шулай уҡ Рәсәй Үҙәк банкы күрһәтмәһенә ярашлы, 2019 йылдың 1 апреленән «бонус-малус» коэффициентын биреү системаһы үҙгәрә (аварияһыҙ йөрөгән өсөн ташлама һәм авария өсөн өҫтәмә).
Автоһәүәҫкәрҙәрҙең башҡа категориялары өсөн дә ОСАГО тарифтарының база ставкалары диапазоны үҙгәрә.
Мотоцикл һәм мотороллер хужалары өсөн тарифтар 10,9% кәмене һәм 867-1579 урынына 694-1047 тәшкил итә. Юридик берәмектәрҙең еңел автомобилдәре өсөн тарифтар 5,7% төштө һәм ғәмәлдәге 2573-3087 һум урынына 2058-2911 тәшкил итте.
Такси өсөн тариф коридоры ике яҡҡа ла киңәйә һәм элекке 5138-6166 һум урынына 4110-7399 тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика